Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар , 10:02

SMS-хәбәр менән ебәрелгән файлдарҙан һаҡ булығыҙ!

Танышығыҙ мессенджерҙа фото ебәргәнме? Ә, ысынлап та, фотоһүрәтме икән һуң ул? Интернет селтәрендә яңы төр мутлашыу ысулы тарала. Туранан-тура ҡулланыусыға йәки мессенджерҙағы төркөмдә таныштары, коллегалары исеменән ”(фото 10шт)” атамалы файл ебәрелә. Файл “.apk” ҡушылдығына эйә.

SMS-хәбәр менән ебәрелгән файлдарҙан һаҡ булығыҙ!
SMS-хәбәр менән ебәрелгән файлдарҙан һаҡ булығыҙ!

Файлға баҫа күрмәгеҙ, уны асырға тырышмағыҙ! Был вируслы ҡушымта файлы (установочный файл), уның ярҙамында енәйәтселәр һеҙҙең телефондағы файлдарға һәм банк ҡушымталарына инә ала.

Был төр мутлашыуҙар айырыуса байрам көндәрендә, фотолар менән уртаҡлашыу һәм кешеләрҙең уяулығы кәмегән осорҙа, йышайған. Хәбәрҙе спам тип билдәләгеҙ һәм юйып ташлағыҙ. Файл “ебәргән” танышығыҙға йәки хеҙмәттәшегеҙгә мутлашыусыларҙың уның мессенджер аккаунтына инеүҙәрен хәбәр итегеҙ. Алынған файлдарға үтә иғтибарлы булығыҙ, уяулыҡты юғалтмағыҙ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: