Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
29 Ғинуар , 18:18

Ирекмәндәр - Еңеү сараларын үткәреүҙә төп ярҙамсылар

2025 йыл – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы. Иҫтәлекле акцияларҙы оҙатыу өсөн “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәр әҙерләргә ярҙам итәсәк.

Ирекмәндәр - Еңеү сараларын үткәреүҙә төп ярҙамсылар
Ирекмәндәр - Еңеү сараларын үткәреүҙә төп ярҙамсылар

Был партияның, “Росмолодежь” һәм “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең берлектәге эше.

“Үлемһеҙ полк”, “Георгий таҫмаһы”, “Хәтер баҡсаһы”, Еңеү парадын оҙатыу, иҫтәлекле һәм хәрби ерләү урындарын төҙөкләндереү – ошо акцияларҙы һәм башҡа сараларҙы ойоштороуҙа әүҙемселәр ярҙам итәсәк. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен яҡлау комитеты рәйесе урынбаҫары, “Еңеү ирекмәндәре”нең үҙәк штабы рәйесе Ольга Занко хәбәр итте.

Ленинград өлкәһендә Рәсәй һәм туғыҙ илдән: Алжирҙан, Испаниянан, Абхазиянан, Беларустан, Бениндан, Болгариянан, Ҡаҙағстандан, Молдованан һәм Тажикстандан ирекмәндәр уҡыны.

Фото: "Берҙәм Рәсәй" сайты.

Автор:
Читайте нас: