Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль , 22:01

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Ватаныбыҙҙы яҡлаусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы рядовой Тимур Заһретдиновҡа 35 йәш.

Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Яугир Үҙәнбаш ауылында тыуып үҫкән, шунда мәктәпте тамамлаған, Магнитогорск ҡалаһының 104-се һөнәрселек училищеһында автокрансы һөнәренә уҡый. Красноярскиҙа ил алдындағы бурысын үтәй.

Армия хеҙмәтенән һуң, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса транспорт идаралығында эшләй. Һигеҙ йылдан ашыу эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. 2021 йылдың февралендә «Полиция Отличнигы» күкрәк билдәһе менән наградлана.

2023 йылдың авгусында Ватан  һағына баҫырға ҡарар итә һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Тимур Әхтәм улы Салауат Юлаев исемендәге батальон составында хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Росгвардия бойороғо менән "Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы" күкрәк билдәһе, ә Башҡортостан  Башлығы Указы менән 2024 йылдың октябрендә генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә.

 

Тимур Әхтәм улын өйөндә ғаиләһе: әсәһе, тормош иптәше һәм өс балаһы түҙемһеҙлек менән көтә.

Тимур Заһретдиновҡа хәрби хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Бөтә яугирҙарыбыҙға тиҙерәк еңеү һәм ғаиләләренә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: