Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль , 13:51

Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Кисә көндөҙ тауҙан төшкәндә турист ҡулын һындырған.

Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Күңелһеҙ осраҡ  туристарҙың иң популяр урынында, “Айғыр ҡаялары”нда булған. Орск ҡалаһынан килгән, 16 кешенән торған, туристик төркөм Айғыр приютында йорт ҡуртымға ала.

Матур пейзаждарға ҡарамаҫтан, төркөмдөң ялы бәхетһеҙ осраҡ менән тамамлана. Туристар тау битләүенән төшөүҙе тиҙләтергә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә, 33 йәшлек турист ваҡытында туҡтап өлгөрмәй һәм ағасҡа бәрелә, етди йәрәхәт ала. Приютта уға ял итеүселәр араһындағы табип ярҙам күрһәтә. Әммә артабанғы дауалау һәм медицина ярҙамы өсөн зыян күреүсене эвакуациялау талап ителә. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тиҙ арала ярҙамға сыға. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене Рәүәткә тиклем эвакуациялай, артабан медицина учреждениеһына алып барыу өсөн Белорет ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра.

Хөрмәтле ҡунаҡтар һәм Башҡортостан халҡы! Республикала көндәрҙең иреүе арҡаһында юлдарҙа, тротуарҙарҙа һәм туристик һуҡмаҡтарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар яуа, иғтибарлы булығыҙ!

 

Автор:
Читайте нас: