Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
6 Февраль , 16:31

Төбәктә “Ҡаргиҙәр” айлығы уҙғарыла

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2024 йылдың 18 ғинуарындағы 9-р һанлы бойороғона ярашлы, 20 ғинуарҙан 20 февралгә тиклем төбәктә “Ҡаргиҙәр” айлығы уҙғарыла.

Төбәктә “Ҡаргиҙәр” айлығы уҙғарыла
Төбәктә “Ҡаргиҙәр” айлығы уҙғарыла

Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре, ЮХХДИ инспекторҙары, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Урман хужалығы министрлыҡтары, төбәктең Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнашлығында ҡаргиҙәрҙәрҙе, юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника төрҙәрен файҙаланғанда ҡағиҙә боҙоуҙы иҫкәртеү йәһәтенән саралар ойошторолған. 
Рәсәй Хөкүмәтенең 2020 йылғы 1507-се ҡарарына ярашлы, транспорт сараһы, һатып алынғандан һуң, ун тәүлек эсендә Дәүләт техник күҙәтеүе органдарында теркәлергә тейеш.
Юлһыҙ ерҙән йөрөгән транспорт саралары (ҡаргиҙәр, мототранспорт, ҡар һәм һаҙлыҡта йөрөү саралары) асылда ял һәм күңел асыу (ҡайһы саҡ текә битләүҙәр һәм йырындар киҫешкән урындарҙа) өсөн ҡулланыла. Күпселек ваҡыт водителдәрҙең тәжрибәһеҙлеге бәхетһеҙ осраҡтарға сәбәп булып тора.
Юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспорт сараһы менән файҙаланыу Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы рөхсәте менән генә тормошҡа ашырылырға тейеш. 
Шулай итеп, юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспорт сараларын законлы һәм хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн һатып алынған техниканы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында теркәргә, йыл һайын тикшереү үтергә һәм теге йәки был техника менән идара итеүгә рөхсәт алырға кәрәк.  

Зәбир ҠАЗИН,
Белорет районы һәм Белорет ҡала биләмәһе буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы.

 

Фото: https://ya.ru/images/search?from=tabbar&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-35.userapi.com%2Fimpg%2FvEGawLnD3kn4Nl0YUmZ0UyN_IpBqtc8Ysb-_QQ%2F9JAE3RGV8kU.jpg%3Fsize%3D1200x798%26quality%3D95%26sign%3Df251a4d136155103d6bcea292736ed85%26c_uniq_tag%3Ds5HnWpHyxerrz-sQ6ZPnpbHqxx1_qFzFAPh8zs6uV2c%26type%3Dalbum&lr=20259&pos=30&rpt=simage&text=снегоход%20операция

Автор:
Читайте нас: