Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
6 Февраль , 16:58

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Авария бөгөн төндә Белореттың Блюхер урамында теркәлгән.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

 Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 31 йәшлек ҡала кешеһе "Ford Mustang" автомобилендә ҡаршы һыҙаттағы 22 йәшлек водитель идара иткән "Hyundai Creta" автомобиле менән бәрелешә. Бәрелештә “Hyundai Creta” пассажирҙарының береһе автомобилдең салонында ҡыҫылып ҡала.

Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Махсус авария-ҡотҡарыу ҡорамалдары ярҙамында зыян күреүсене сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Шулай уҡ дауаханаға төрлө йәрәхәттәр менән тағы ла ике ир килтерелә.

Урында дәүләт авиация идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй. Ваҡиға шарттары асыҡлана.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫкә төшөрәбеҙ, айырыуса төндә, күреү мөмкинлеге насар булғанда.

 

 

Автор:
Читайте нас: