Яңылыҡтар
5 Марта 2025, 11:38

Балаларға энергетиктар һатҡан өсөн ярты миллион һум штраф янай

Дәүләт Думаһы бәлиғ булмағандарға энергетиктар һатҡан өсөн административ яуаплылыҡ билдәләгән закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Балаларға энергетиктар һатҡан өсөн ярты миллион һум штраф янайБалаларға энергетиктар һатҡан өсөн ярты миллион һум штраф янай
Балаларға энергетиктар һатҡан өсөн ярты миллион һум штраф янай

1 марттан Рәсәйҙә уларҙы һатыу тыйылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Бының өсөн өсөн ҙур штрафтар билдәләргә тәҡдим ителә. Әйтәйек, ойошмалар өсөн – 300-500 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 100-200 мең, ә граждандар өсөн 30-50 мең һум тәшкил итергә тейеш. Парламентарийҙарҙы йәштәр араһында энергетик эсемлектәрҙең популяр булыуы борсой. Табиптар ҙа уларҙың зыянлы икәнен раҫлай, энергетиктар гипертония, йөрәктең ишемия ауырыуы, диабет һәм башҡа сирҙәргә килтереүе ихтимал.

Автор:
Читайте нас