Яңылыҡтар
10 Марта 2025, 07:14

Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылды

Буран сығыуы сәбәпле Көньяҡ автовокзал 75 автобус рейсын туҡтатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылдыҺауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылды
Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылды

Был хаҡта «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы мәғлүмәттәренә һылтанма менән Башҡортостандың Транспорт министрлығы хәбәр итә. Быға тиклем өс трасса ябылғайны: Өфө – Инйәр – Белорет (Архангел һәм Белорет райондары); Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск (Белорет һәм Әбйәлил райондары); Белорет – Учалы – Мейәс (Белорет һәм Учалы райондары).

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер республика юлдарында хәрәкәт штат режимында тормошҡа ашырыла.

Автор: