Был 2025 йыл башынан дүртенсе тапҡыр хаҡ күтәрелеүе.
Бөтә яғыулыҡ төрҙәренә хаҡ 20 тингә күтәрелгән, тик АИ-100-ҙән башҡаһы үҙгәрмәгән һәм литры 80,65 һум кимәлендә ҡала.
АИ-92 54,45 һумға тиклем ҡиммәтләнә. АИ-92 ATUM хаҡы 55,55 һумға тиклем арта. АИ-95 58,3 һумға тиклем, АИ-95 ATUM - 59,35 һумға тиклем ҡиммәтләнгән.
Дизель яғыулығының хаҡы ла 20 тингә, 67,7 һумға тиклем арта.
Һуңғы тапҡыр "Башнефть" 23 мартта бензинға хаҡты күтәргән. Ул саҡта бензиндың ике төрө күтәрелгәйне, АИ-95 һәм ATUM-95 20 тингә ҡиммәтләнде.
Быға тиклем компания 16 февралдә хаҡтарҙы индексациялай, ул саҡта АИ-100 маркаһынан башҡа бөтә бензин маркалары 30 тингә ҡиммәтләнә, шулай уҡ дизель яғыулығы хаҡы үҙгәрмәй.
Башкирия Online