Яңылыҡтар
8 Апреля 2025, 12:22

Абҙаҡ амбулаторияһына - 20 йыл

Абҙаҡ амбулаторияһы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Абҙаҡ амбулаторияһына - 20 йылАбҙаҡ амбулаторияһына - 20 йыл
Абҙаҡ амбулаторияһына - 20 йыл

Коллегаларын байрам менән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов, амбулатор-поликлиника хеҙмәте буйынса баш табип урынбаҫары Елена Лисицкая, икенсе терапия бүлексәһе мөдире Рәзидә  Муллағолова, кадрҙар бүлеге начальнигы Альберт Уразмәтов, профсоюз рәйесе Лилиә Әхмәтова ҡотланы.

Илдар Арыҫлан улы амбулаторияның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Тәбрикләү һүҙендә етәксе ауылдағы табип амбулаторияһын медицина учреждениеһы ғына түгел, ә кешеләргә ҡарата хәстәрлек һәм тоғролоҡ символы тип атаны.

Лилиә Фәхрәз ҡыҙы амбулаторияны юбилейы менән ҡотлап, бөтә профсоюз ойошмаһы исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Абҙаҡ амбулаторияһы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының структур бүлексәһе булып тора, хеҙмәтләндереү радиусы - 40 саҡрым. Абҙаҡ табип амбулаторияһы структураһына шулай уҡ Мөхәмәт ФАП-ы ла инә. Хеҙмәтләндереү зонаһында 4 тораҡ пункт урынлашҡан, унда 1210 өлкән кеше һәм 420 бала йәшәй.

Әлеге ваҡытта амбулаторияла өс табип (ВОП, педиатр һәм стоматолог), фельдшер, акушерка, лаборант һәм ике шәфҡәт туташы ҡабул итә (Мөхәмәт ФАП-ында – фельдшер).

Амбулаторияла өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итеү кабинеты, стоматология кабинеты, процедура, прививка кабинеттары, шулай уҡ физиотерапия өсөн ҡорамалдар бар.

Әйткәндәй, яңы ҡорамалдар арҡылы медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереү сифаты күпкә яҡшырған.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас