Яңылыҡтар
19 Мая 2025, 07:48

Фатирыңда тәмәке тартһаң - штраф

Әгәр ҙә тәмәке төтөнө башҡаларҙың йортона үтеп инә икән, бының өсөн етди штраф һалыуҙары ихтимал.

Фатирыңда тәмәке тартһаң - штрафФатирыңда тәмәке тартһаң - штраф
Фатирыңда тәмәке тартһаң - штраф

Әлбиттә, һәр кемдең үҙ фатирында тартыу хоҡуғы бар, сөнки ул шәхси милек. Әммә шуныһы мөһим, тәмәке һәм шулай уҡ вейп төтөнө башҡа фатирҙарға вентиляция, асыҡ тәҙрә һәм балкон, ярыҡтарҙан үтеп инергә тейеш түгел, сөнки был инде күршеләрҙең хоҡуҡтарын һәм санитар-гигиена нормаларын боҙоу тип иҫәпләнә.

Әгәр ҙә тәмәке тартҡан күршегеҙҙән төтөн даими рәүештә фатирығыҙға эләкһә, уның менән һөйләшеп, уңайһыҙлыҡ тыуҙырмауын һорарға хоҡуғығыҙ бар. Әгәр улы баш тартһа, урындағы полиция хеҙмәткәренә шылтыратырға, бер нимә лә ярҙам итмәһә иһә, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

“Был осраҡта дәлилдәр: идарасы компанияның акттары, шаһиттарҙың белдереүе, фото йәки видеояҙмалар йыйырға кәрәк буласаҡ”, – ти белгестәр.

Суд тарафынан билдәләнгән компенсация күләме һәр конкрет эштә айырым билдәләнә, шулай ҙа, тәжрибә күрһәтеүенсә, был, ғәҙәттә, 5 меңдән 15 мең һумға тиклем сумманы күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас