Яңылыҡтар
12 Августа 2025, 07:34

Йылҡы өйөрөн йәшен атҡан

Баймаҡ районында йылҡы өйөрөн йәшен атҡан. Малҡайҙарҙы ҡотҡара алмағандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылҡы өйөрөн йәшен атҡанЙылҡы өйөрөн йәшен атҡан
Йылҡы өйөрөн йәшен атҡан

Был хәл тураһында Баймаҡ районында йәшәүселәр хәбәр итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, кисә көндөҙ 1-се Төркмән ауылында ете атты йәшен атҡан. Малҡайҙарҙы ҡотҡарып ҡала алмағандар.  

«Аттар ауыл янындағы электр бағаналары тирәһендә йөрөй ине. Бер ваҡыт гөрһөлдәгән тауыш ишетелде. Аттарҙы йәшен һәләк иткән», — тип һөйләне Эльвира Сәлихова.

Автор: