Яңылыҡтар
14 Сентября 2025, 08:39

Һайлаусыларҙы ихлас ҡаршылайбыҙ

Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ һайлауҙа әүҙем генә ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡаланың 1297-се һайлау участкаһы Пушкин урамындағы элекке китапханала урынлашҡан. Ҡала Советы депутатлығына дәғүә иткән кандидаттарҙы һайлаусылар бөгөн ошонда һайлай. Элек тауыш биреүселәр 13-сө мәктәптә гражданлыҡ бурысын үтәргә йөрөй ине. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Светлана Вәзирова  һайлауҙың тыныс шарттарҙа үтеүен белдерҙе.

 - Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ һайлауҙа әүҙем генә ҡатнаша. Бигерәк тә ололар иртә менән килеп, үҙ тауыштарын бирҙеләр. Беҙҙең һайлау комиссияһында эшләгәндәр барыһы ла һайлаусыларҙы танып тора һәм һайлауҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Вадим Ноғаманов, Марина Оглобличева, Иршат Арыҫланғужин, Надежда Ащеулова, Алексей Пудовкин, Зилә Хәйбуллина һайлаусыларҙы ихлас ҡаршылай. Шулай уҡ оло йәштәге һайлаусыларға урындағы эске эштәр бүлегенең хеҙмәткәрҙәре мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн листовкалар тарата, аңлатыу эштәре алып бара, һорауҙарға ла яуап бирәбеҙ, - ти Светлана Владимировна.

Автор:Сатура Мингажитдинова