Яңылыҡтар
14 Сентября 2025, 09:14

Депутаттарға өмөт бар

Йыл һайын тиерлек һайлауҙа ҡатнашабыҙ. Гәзиттә эшләгәс, һайлау барышы тураһында ла гәзиттең сайтында, төркөмдәрендә мәҡәләләр урынлаштырабыҙ. Бөгөн дә беҙҙең коллектив эштә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Йыл һайын тиерлек һайлауҙа ҡатнашабыҙ. Гәзиттә эшләгәс, һайлау барышы тураһында ла гәзиттең сайтында, төркөмдәрендә мәҡәләләр урынлаштырабыҙ. Бөгөн дә беҙҙең коллектив эштә. Төрлө участкаларҙа һайлау барышын яҡтыртабыҙ. Ҡалала йәшәгәс, ҡала Советына депутаттар һайлау минең өсөн бик мөһим. Уйлап ҡараһаң, ҡала Советы депутатынан күп нәмә тора. 1297-се һайлау участкаһына ҡаланың Пушкин, Туғандаш (Братская), Чапаев һәм башҡа урамдары ҡарай. Йәш ғаиләләр ҙә, ололар ҙа күп. Күп һайлаусыларҙы Туғандаш урамындағы юл борсой. Ҡаланың төп юлдарының береһе тип һанаһаң да була уны. Сөнки был урамдағы юл аша Әбйәлил, Учалы райондарына, Магнитогорск ҡалаһына барған юлсылар үтә. Ә юл мең тапҡыр ямалып, тишкеләнеп бөткән. Шул соҡорло юлдан һикерә-һикерә үткән машиналар ҙа йәл. Шулай уҡ оло йәштәгеләр бына нисә йыл инде Пушкин урамына дарыухана ҡуйыуҙы һорай. Бөгөн, 14 сентябрь ошо участкаға тауыш бирергә килгән ололар ошо мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Беҙҙең участканан депутатлыҡҡа үҙҙәрен кандидат итеп күрһәткән ике кешенең береһе депутат булып үткәс, ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыр тигән өмөт бар. 

Автор:Сатура Мингажитдинова