Яңылыҡтар
20 Октября 2025, 07:56

Иң оло хеҙмәт династиялары

Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең ғаиләһе Башҡортостан Республикаһының иң оло хеҙмәт династияларының береһе тип танылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң оло хеҙмәт династияларыИң оло хеҙмәт династиялары
Иң оло хеҙмәт династиялары

Хрусталевтар ғаиләһе "Башҡортостандың хеҙмәт династиялары" республика конкурсында "Иң оло династия" номинацияһында III урын яуланы. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә үтте. Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Уларҙың ғаиләһе дөйөм 167 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә һәм 5 кешенән тора. Улар - династия башлығы Нина Хрусталева, ҡыҙҙары Лариса һәм Ольга, шулай уҡ кейәүҙәре Сергей Сухов һәм Алексей Малинин.

"Беҙҙең династияның ошондай юғары наградаға лайыҡ булыуы, хеҙмәтсән ғаиләбеҙҙең үҫеүе һәм алмашҡа йәштәр килеүе ҡыуаныслы. Ейәнем Владислав армиянан һуң комбинатҡа иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлашты. Заводта һәр ваҡыт хеҙмәт династиялары булған,  барыһы ла оҙаҡ йылдар намыҫ менән эшләгән. Был, моғайын, комбинаттың оҙаҡ йылдар йәшәүенең һәм үҫешенең төп серелер", - тине Нина Ивановна.

"Беҙҙең комбинатта династиялар  - ул традиция ғына түгел, ә юғары профессионализм һәм белемдең күсәгилешлелегенең дә гарантияһы. Күп быуын ғаиләләрҙең предприятиела эшләүе, корпоратив ҡиммәттәрҙе һаҡлауы һәм арттырыуы менән ғорурланабыҙ", - тип билдәләне БМК-ның генераль директоры Виолетта Нашатырова.

Быйыл конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Унда төрлө төбәктәрҙән 72 хеҙмәт династияһы өс номинация буйынса ҡатнаша. Уларҙың һәр береһендә өсәр еңеүсе билдәләнә.

Сығанаҡ: Белорет металлургия комбинаты.

Автор: