Яңылыҡтар
5 Ноября 2025, 13:04

Рәсәйҙән БДБ илдәренә бушлай шылтыратырға мөмкин

Был Белоруссия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан һәм Үзбәкстанға ҡағыла.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙән БДБ илдәренә бушлай шылтыратырға мөмкинРәсәйҙән БДБ илдәренә бушлай шылтыратырға мөмкин
Рәсәйҙән БДБ илдәренә бушлай шылтыратырға мөмкин

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең туғыҙ илендә йәшәүселәр МАХ аша хәбәрҙәр ебәрә һәм шылтырата аласаҡ. Рәсәй, Белоруссия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Тажикстан һәм Үзбәкстанда йәшәүселәр хәҙер МАХ аша бәйләнешкә инә ала. Был хаҡта милли мессенджерҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

БДБ илдәрендәге ҡулланыусылар менән аралашыу өсөн һеҙ үҙегеҙҙең контакттар исемлегенә алыусының номерын өҫтәргә тейешһегеҙ. Элемтә платформаһы аңлатыуынса, контакттар исемлегенә номерҙы өҫтәү хәүефһеҙ элемтә форматын һаҡлау өсөн кәрәк. Был мутлыҡҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәште дауам итергә, спам-хәбәрҙәрҙе иҫкәртергә һәм ҡулланыусылар мәғлүмәттәрен өҫтәмә һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Аккаунттың хәүефһеҙлеген ике факторлы аутентификация ярҙамында арттырырға мөмкин.

Автор: