

«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) www.gosuslugi.ru/inet порталында тауыш бирергә кәрәк.
6 ноябргә ҡарата төбәктә 22 639 кеше тауыш биргән. Рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы 823 тауыш менән 2-се урынды биләй. 580 тауыш менән Сосновка ауылы 6-сы урында бара. Рысыҡай – 175 тауыш, Әзекәй – 58, Боғанаҡ – 17, Ҡағы, Үҙән – 12-шәр, Мулдаҡай – 10, Отнурок – 6, Мөхәмәт, Ноҡат – 5-шәр, Аҙналы, Уҫманғәле – 4, Исмаҡай, Егәҙе, Ғәбдөк, Йөйәк, Олойылға – 3, Яңы Абҙаҡ, Бирҙеғол, Аҙнағол, Ҡаһарман, Хөсәйен, Үҙәнбаш – 2, Асы, Берештамаҡ, Манышты, Яңы Хәсән, Ишле, Новобельский, Шығай 1-шәр тауыш йыйған.
Тауыш биреү 2025 йылдың 9 ноябренә тиклем бара. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!