Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2025, 11:31

Ял көнө традицияһы: Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы ял көнөнөң күңелһеҙ традицияһына әйләнеп бара кеүек.

Ял көнө традицияһы: Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде
Ял көнө традицияһы: Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде

"Башнефть" заправкаларында йәнә хаҡтарҙың артыуы теркәлде, өҫтәүенә был ноябрь башынан алып икенсе тапҡыр ҡиммәтләнеүе. Көҙ башынан алып туғыҙынсы һәм 2025 йылда 25-се тапҡыр.

Бензиндың бөтә төрҙәренә хаҡтарҙы 20 тингә күтәрәлде. Хәҙер иң популяр АИ-92 литры 58,9 һумға төшә.  АTUM-92  - 60,2 һум, АИ-95 - 62,7 һум, ATUM-95  63,95 һумға һатып алырға  тура киләсәк.

Юғары октанлы АИ-100 бензины бер юлы 50 тингә - литры 83,65 һумға тиклем ҡиммәтләнгән. Ҡышҡы дизель яғыулығы ла шул тиклемгә ҡиммәтләнгән - литры 72,4 һум.

Бынан алда "Башинформ" 3 ноябрҙә хаҡтың артыуы тураһында яҙғайны.

Автор:
Читайте нас