Яңылыҡтар
21 Ноября 2025, 04:36

Республикала грипҡа ҡаршы өҫтәмә вакцинация көндәре иғлан ителде

22 һәм 29 ноябрҙә республиканың медицина учреждениеларында «Асыҡ ишектәр көнө» үткәрелә, был ваҡытта прививка яһатырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала грипҡа ҡаршы өҫтәмә вакцинация көндәре иғлан ителдеРеспубликала грипҡа ҡаршы өҫтәмә вакцинация көндәре иғлан ителде
Республикала грипҡа ҡаршы өҫтәмә вакцинация көндәре иғлан ителде

22 һәм 29 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем республиканың амбулатор-поликлиника учреждениеларында прививка эшләтергә була.

Үҙҙәре килә алмаған граждандарға өйҙә прививка яһатырға тәҡдим итәләр. Был хеҙмәт менән 60 йәштән өлкән, йөрәк, үпкә, шәкәр диабеты сирҙәренән һәм артыҡ ауырлыҡтан яфаланған пациенттар файҙалана ала.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь уртаһына республикала 1,5 миллиондан ашыу кеше гриптан прививка яһатҡан. Коллектив иммунитет булдырыу халыҡтың 60%, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка эшләтергә кәрәк.

Автор:Нэркэс Сулейманова