

Ил етәкселегенең бөтә иғтибарҙы армияны нығытыуға йүнәлтеүен зәңгәр экрандарҙан ҡарап, гәзиттәрҙән уҡып белеп торабыҙ. Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары Айнур Тайыпов хәрби комиссариат эше һәм Яңы Ергә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу тураһында һөйләне.
- Беҙ контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу талаптарын үтәүҙе дауам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта Яңы Ергә контракт буйынса хеҙмәт итеүгә алабыҙ. Билдәләп үтәм, был Алыҫ Төньяҡ районы, унда хеҙмәт итеү ваҡытының бер йылы ике йыл тип һанала. Шуныһы мөһим: был ғәскәри частың хәрбиҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Әгәр гражданиндың контракт буйынса хеҙмәт итергә теләге булһа, әммә махсус хәрби операция зонаһына барырға теләмәһә, уны Яңы Ергә ебәреү мөмкинлеге бар. Контракт төҙөгәндәр шулай уҡ бөтә тейешле түләүҙәрҙе ала, шул иҫәптән төбәк түләүҙәрен дә: республиканан 1 миллион һум һәм Рәсәй Оборона министрлығынан 200 мең һум. Берҙән бер айырма - был хәрбиҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәтелгән бөтә ярҙам сараларына ла иҫәп тота алмай.
Контракт буйынса хеҙмәткә һайлап алыуҙың төп критерийҙарынан тыш, кандидатҡа полиграф үтергә, шулай уҡ сәләмәт булырға кәрәк. Ирҙәр өсөн - 45, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 40 йәшкә тиклем һәм уларҙың бәлиғ булмаған балалары булмаһа ғына - тип аңлата Айнур Хәкимйән улы.
Отпускылар ҙа түләнә, хеҙмәт бара, эш хаҡы биләгән вазифаның хәрби дәрәжәһенә бәйле. Барыһы ла ғәҙәти ғәскәри частағы кеүек: шул уҡ хеҙмәт, шул уҡ бурыстар.
Яңы Ер - Яңы Ер архипелагы - рус Арктикаһы йөрәге, уның ҡырыҫ матурлығы ошо ерҙә бер тапҡыр ғына булған кешеләрҙең дә күңелен яулай. Архипелагтың административ үҙәге булып Белушья Губа ҡасабаһы тора, унда хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре, ике меңдән ашыу кеше йәшәй.
Ҡасабала уңайлы тормош өсөн бөтә кәрәкле нәмә бар. Ғаиләле хәрбиҙәр өсөн бар уңайлыҡтары булған күп ҡатлы йорттан фатир, яңғыҙҙар өсөн уңайлыҡтары булған ятаҡ бирелә.
Ҡасабалағы йорттарҙың бер өлөшө капиталь ремонтланған, хәҙер бында хеҙмәт итергә килеүселәр өсөн өр-яңы дүрт күп фатирлы йорт төҙөлә.
Гарнизондың Офицерҙар йортонда халыҡ өсөн мәҙәни саралар үткәрелә, бай экспонаттар тупланған музейға йөрөргә мөмкин. Аҙна һайын экскурсиялар тәҡдим ителә, 70 мең дананан ашыу китап фонды менән китапхана эшләй. Ял көндәрендә ҙур экранда фильмдар, йәнһүрәттәр күрһәтелә. 2021 йылда ҡасабала Рус география йәмғиәте һәм Рәсәй Оборона Министрлығының 12-се Баш идаралығы тарафынан булдырылған үҙенсәлекле күргәҙмә экспозиция бар.
Яңы Ерҙә үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, бар уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһы эшләй. Оборона министрлығы һәм полигон командованиеһы балаларҙың ҙур ерҙең алыҫлығын тоймайынса, ә ябай Рәсәй балалары булып үҫеүенә һәм үҫешенә бөтә шарттар булдыра.
Уҡыусылар өсөн 2020 йылда реконструкцияланған урта дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. Буш ваҡыттарында Яңы Ер балалары “Семицветик” балалар ижады мәктәбенең студия түңәрәктәренә йөрөргә ярата.
Арктика сиктәрендәге хәрбиҙәр өсөн рухи ярҙам бик мөһим. 2006 йылда ҡасабала Николай Чудотворец ғибәҙәтханаһы төҙөлә. Хеҙмәт романтикаһына бында күрергә мөмкин булған төньяҡ нурҙары өҫтәлә. Әгәр Яңы Ерҙә хеҙмәт итеү ҡыҙыҡһындырһа, контракт төҙөргә һәм алыҫ төбәккә юлланырға мөмкин.
Айнур Тайыпов әйтеүенсә, улар һәр кандидат менән айырым эшләй.
- Беҙҙең хәрби комиссариат кәрәкле документтарҙы йыйырға ярҙам итә, - ти ул. Мәҫәлән, әле медицина колледжын тамамлаусы ҡыҙҙарҙың береһе контракт төҙөргә теләк белдерҙе.
Яңы Ерҙән тыш, контракт төҙөргә һәм Силәбе өлкәһенең Трехгорный ябыҡ административ-территориаль берәмегендә урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт итергә мөмкин. Улар шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.
Хәрби комиссар хәбәр итеүенсә, комиссариат контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста булған граждандарҙы йыйыуҙы дауам итә.
Түләүҙәрҙе арттырыу тураһында тейешле бойороҡ ҡабул ителгән. Хәҙер улар төбәк бюджетынан - 1 миллион, Оборона министрлығынан - 400мең һәм муниципалитеттан өҫтәмәрәүештә 300 мең һум аҡса ала.
«Рекрут» программаһы буйынсала түләүҙәр күләме артты, хәҙер контрактҡа ҡул ҡуйырға саҡырыусы 350мең һум аласаҡ.
Мөһим яңылыҡ: түләүҙе контракт төҙөгән граждандың ҡатыны рәсмиләштерә ала, йәғни аҡсағаиләлә ҡала.
Әлеге ваҡытта граждандар менән Мөнәсәбәт буйынса хеҙмәт итеүгә (служба по Отношению) контракттар төҙөү бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби комиссариат Тоцк ҡалаһындағы 27-се мотоуҡсылар дивизияһы, Һамар өлкәһенең Рощинскийҙағы 30-сы мотоуҡсылар бригадаһы һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә. Унда "С" категориялы водитель, сапер, механик-водитель, техник һөнәрҙәренә физик яҡтан һау-сәләмәт 20-60 йәшлек ир-егеттәр талап ителә. Сыбаркүлдә урынлашҡан 90-сы танк дивизияһына мөнәсәбәт күрһәтергә әҙерҙәр. Бәлки, кемдер был частарҙа хеҙмәт иткәндер һәм яңы контракт төҙөргә теләк белдерер. Кандидаттарҙы тап ошо частарҙың береһенә ебәреү мөмкинлеге бар. Был контракттың төп айырмаһы шунда: Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйғанда, граждан ниндәй хәрби часҡа эләгерен белмәй. Бөгөнгө көндә был Һауа-десант көстәре, Хәрби-диңгеҙ флоты, Көньяҡ хәрби частары булыуы мөмкин. Ябай итеп әйткәндә, ир-егеттәр хәрби частарҙы тулыландырыу өсөн ойошторолған резерв батальонға эләгә. Ә Мөнәсәбәт буйынса контрактҡа ҡул ҡуйғанда ҡайҙа хеҙмәткә юлланыуын, ниндәй вазифала һәм һөнәр буйынса, ниндәй тариф разрядында хеҙмәт итәсәген алдан беләсәк.
"Яңы Ер" - контракт буйынса хәрби хеҙмәт. Хөрмәтле. Файҙалы. Һинең өсөн!