Яңылыҡтар
18 Декабря 2025, 09:30

“Ҡотҡарыусы - ҡыйыуҙарҙың эше”

Рәсәй ҡотҡарыусыһы көнө уңайынан урындағы янғын часы Инйәрҙең 1-се мәктәбе уҡыусылары араһында һүрәттәр конкурсы үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ҡотҡарыусы -  ҡыйыуҙарҙың эше”“Ҡотҡарыусы -  ҡыйыуҙарҙың эше”
“Ҡотҡарыусы - ҡыйыуҙарҙың эше”

Рәсемдәр аша уҡыусылар янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың еңел булмаған хеҙмәте, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениеларының көндәлек эше һәм янғын һүндереү-техник ҡоралдары тураһында үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары  шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, дуҫлыҡ һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә бер-береһенә ярҙам итеү тураһында ҡы-
йыу сюжеттарҙы альбом битенә төшөрҙө.  Баһалама комиссияһы, уҡытыусылар һәм Инйәр янғын часы хеҙмәткәрҙәре, балаларҙың ижади ҡарашын, башҡарыу техникаһын һәм сюжет аңлайышлылығын билдәләне.
Ғорурлыҡ һәм ҡотҡарыусыларға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсаты менән үткәрелгән сара һуңында иң яҡшылар бүләкләнде. Инйәр янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы Руслан Сәмсетдинов һәм янғын һүндереүсе Евгений Задорожный  еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
Инйәр мәктәбе коллективы, үҙ нәүбәтендә, конкурсты ойоштороусыларға, профилактик сараларҙа йыш ҡатнашҡан, оҫталыҡ дәрестәре үткәргән Инйәр янғын часына рәхмәтен еткерҙе.
“Рәил Рәшит улы, коллективығыҙ башҡарған хеҙмәт һәм конкурста ҡатнашҡан уҡыусыларға әҙерләгән бүләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Балалар ҡыуанды! Шундай профессионалдар менән  эшләүе лә, төрлө конкурстар ойошторолоуы ла ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һеҙгә һәм  хеҙмәткәрҙәрегеҙгә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ҡыуаныслы мәлдәр теләйбеҙ, - тиелә  янғын часы начальнигы Рәил Хисмәтуллинға ебәргән рәхмәт хатында.  

Автор: