Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар , 18:03

Видео ҡарайым тип аҡсаһын урлатҡан

Смартфонына apk форматтағы файлды күсереп, райондашыбыҙ мутлашыусыларға үҙенең телефоны менән идара итеү мөмкинлеген биргән.

Видео ҡарайым тип аҡсаһын урлатҡан
Видео ҡарайым тип аҡсаһын урлатҡан

Район буйынса эске эштәр бүлегенә ир кеше банк картаһынан аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Зыян күреүсегә мессенджерҙарының береһендә танышынан apk-файл менән "Видео ҡара... " тип яҙылған хәбәр килә. Әммә күрһәтелгән һылтанма буйынса бер нәмә лә асылмай, уның ҡарауы картаһынан 77 мең һумдан ашыу аҡса юҡҡа сыға.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар! Бер ҡасан да шикле файлдарҙы һәм һылтанмаларҙы асмағыҙ. Әгәр ҙә бындай хәбәр танышығыҙҙан килә икән, мотлаҡ уға шылтыратып, хәбәрҙе ысынлап та ебәргәнме, юҡмы икәнен асыҡлағыҙ.

Һәр ваҡыт файлдың форматына иғтибар итегеҙ. Ысын  видеолар .mp4, .avi йәки .mov форматында ғына була. Әгәр һеҙгә .exe, .apk йәки .jar форматлы видео ебәрәләр икән, тимәк, был мутлашыусыларҙың эше. Смартфонығыҙға ышаныслы антивирус программаһын ҡуйып,  уны даими рәүештә яңыртып тороғоҙ. Мессенджерҙарҙа һәм банк ҡушымталарында ике факторлы аутентификация эшләтегеҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һанлы дәүерҙә финанс именлек уяулыҡтан башлана.

Ксения СУЧКОВА,

район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас