Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар , 11:32

Гөрләп үтте башҡорт биатлоны

Һуңғы йылдары төрлө саралар үткәреү менән республикала танылыу яулаған Манышты ауылында һунарсы Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә дүртенсе тапҡыр республика турниры үтте.

Сатура Мингажитдинова
Фото: Сатура Мингажитдинова

 Үткән шәмбе, 17 ғинуарҙа Манышты ауылы һунарсыһы Бигарыҫлан  Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күпбәйгеһе - башҡорт биатлоны буйынса IV  республика турниры үтте.

Һуңғы йылдары төрлө саралар үткәреү менән республикала танылыу яулаған Манышты ауылында һунарсы Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә дүртенсе тапҡыр республика турниры үтте. Көн һалҡын, ағастар ҙа ҡышҡы һыуыҡҡа түҙә алмай, ергә эйелгән. Маныштыға, ниндәй генә миҙгелдә килһәң дә, тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалырлыҡ, берҙәм, тырыш, уңған халыҡ йәшәй бында. Башҡорт биатлонында ҡатнашырға килгән төрлө йәштәге ярышсыларҙы күргәс күңелдәр күтәрелеп китте. Юлға теҙелгән машиналарҙың күплегенә хайран ҡалып, турнир үтәсәк ергә ашыҡтыҡ. Сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан башҡорт биатлонында ҡатнашырға республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килеп еткән саңғысыларҙың кесеһе лә, олоһо ла үҙҙәрен исемлектә теркәп, һунар саңғыларын әҙерләп, ярыш үтәсәк урынды ҡарай. Манышты ауылының уңған апай-инәйҙәре турнирҙа ҡатнашыусыларҙың  барыһын да ҡайнар сәй, тәмле аштары менән ҡаршы алып, ярыш башланғансы ла, һуңынан да һалҡында өшөргә  бирмәне.

Ошо сараға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар турнир алдынан "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы ағзалары тарафынан төҙөкләндерелгән Рәүәт ауылы эргәһендәге Атай шишмәһе һәм  Манышты ауылындағы Йәшлек шишмәһендә булды. Бынан бер нисә йыл элек юғалыуға табан барған шишмәләрҙән сылтырап аҡҡан һыуға, ир-егеттәрҙең төҙөкләндергән эшенә һоҡландылар. Һуңынан ауыл халҡы көсө менән эшләнгән яугирҙар паркына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл эшсәндәренә, сәйәси золом ҡорбандарына арналған мемориалға сәскәләр һалдылар. Бай экспонаттар, мәғлүмәттәр, 400 йылдан ашыу  ауыл тарихы тупланған мәктәп музейы  менән таныштылар.

Ағымдағы  йыл илебеҙ Президенты Владимир Путин тарафынан Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип аталһа, Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров  йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итте. Маныштыла абруйлы, тырыш, уңған атайҙар, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәйҙәр йәшәй. Татыу һәм берҙәм бында халыҡ, һәр сараны бергәләп ойоштора. Үҙҙәренең ауылдаштары, һунарсы Бигарыҫлан  Солтанов исемендәге ярышты ла берҙәм көс менән атҡарып сыҡты маныштылар. Тәүге турнирҙа - 46, икенсеһендә - 78, ә былтыр иһә 95 спортсы ҡатнашһа, быйыл иһә саңғысыларҙың һаны 120-нән ашты. Республикабыҙҙың 23 район-ҡалаларынан килгән ҡатнашыусының иң йәшенә 8 йәш булһа, иң өлкәненә 74 йәш ине. Быйыл иһә Ҙур һәм татыу ғаилә йылын иҫәпкә алып ғаиләләре менән саңғыла йүгереүселәр ҙә күп булды.

Рәсәйҙең  Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров башланғысында ойошторолған милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика турниры хәҙер инде матур традицияға әйләнгән һәм спорт сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта, киңәйә барыуы менән һоҡландыра.

Башҡортостан Республикаһы  Адвокаттар палатаһы Президенты, ҡатай ырыуының ҡор башы Булат Йомадилов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы директоры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфөләге "Артыш" яҡташтар ойошмаһы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Манышты ауылының йәмәғәт әүҙемселәре, ошо ярышты ойоштороусы һәм алып барыусылар Раян һәм Рөстәм Миһрановтар Манышты мәктәбе уҡытыусыларына, хеҙмәткәрҙәренә, ағинәйҙәргә, ойоштороу эшендә ҡатнашҡан ауылдаштарына ҙур рәхмәтен белдерҙе. 

Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Алена Күсәрбаева, ошо байрамда ҡатнашҡан Манышты ауылы халҡын, турнирҙа үҙ көстәрен һынап ҡарарға килгән бәйгеселәрҙе тәбрикләп изге теләктәрен еткерҙе. Зариф Байғусҡаров "Ирҙәр ҡоро"ноң әүҙем ағзаларына Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы, исемле сәғәттәр бүләк итте.    

Турнирҙа  ҡатнашыусыларҙы  тәбрикләү тамамланғас, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимндары яңғыраны һәм  ярышҡа старт бирелде.

Ярышты ҡыҙ балалар башлап ебәрҙе. Турнирҙа 1800 метр араны тау үренә артылып, һуңынан йығылмай ғына түбән елдереп төшөргә лә оҫталыҡ кәрәк. Тире табанлы һунарсы саңғыларында шыуыу еңел түгел. Артабан ҡатнашыусыларға ян тартып уҡ атырға, пневматик ҡоралдан сәпкә тейҙерергә, һөңгөнән йәнлек макетына тейҙерергә кәрәк. Ярыштан арып килгән саңғысыларға иркенләп тын алырға ла ваҡыт юҡ.  Ярыш судьялары Вәли Шәрипов, Наил Иҙрисов, Ринат Мырҙағилдин, Асҡар Ишбирҙин, Нәзир Шөғәйепов, Ольга Петрова ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бик ихтибарлы, күҙ уңынан  бер нәмәне лә ысҡындырмайҙар, ҡағыҙҙарына һәр секундты теркәп, ғәҙел хөкөм итәләр.

Ҡыҙҙар араһында  III урынға Айсын Сабитова (Өфө),  II урынға Кәримә Ноғоманова (Манышты),  I урынға Мәҙинә Сәмситдинова (Манышты) лайыҡ булды. Еңеүселәр Дипломдар, миҙалдар һәм бүләктәр алып ҡыуанды.  

Малайҙар араһынан III урынды Тимур  Хәйруллин (Әбйәлил районы), II урынды Искәндәр Иҙрисов (Инйәр), I урынды Илвир Асҡаров (Манышты) яуланы.  Турнирҙың бар талаптарын да яҡшы үтәгән ярышсыларға  матур бүләктәр тапшырылды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан III урынға Раушания Сабитова (Өфө),  II урынға Нурзидә Абдрахманова (Манышты), I урынға Гөлнур Сәлимова  (Манышты) сыҡты.                                                                                                                                                                                

Ир-егеттәр араһынан III урынға Фидан Усманов (Уҫманғәле), II урынға Алмаз Хажиәхмәтов (Манышты),   I урынға  Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил районы) лайыҡ булды.

Иң мәргән уҡсы номинацияһында Рәмзиә Ибәтуллина (Учалы районы), Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил) билдәләнде һәм уларға "Мәргән уҡсы" ойошмаһы тарафынан махсус бүләктәргә лайыҡ булды. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырылды.

- Рәүәт, Бирҙеғол, Көмбә, Хәсән, Сәфәрғол, Манышты, Телмәй ауылдары Көнъяҡ ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан ауылдар. Был ауылдар халҡы элек-электән бер-береһенә ярҙамлашып йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар ҙа ошо ауылдарҙан бик күп. Һәләк булғандар ҙа бар, - тине "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Раян Миһранов һәм һүҙҙе ярышсыларҙы бүләкләү өсөн Түбәнге Телмәй ауылында тыуып үҫкән, Украина ерендә барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Буранбай Яздановтың әсәһе Сөмбөл Риф ҡыҙына бирҙе. Батырҙың әсәһе саңғы турнирында ҡатнашҡан йәш ярышсы, Бигарыҫлан Солтановтың ейәнсәре Нургизә Йомағоловаға, Айназ Абдрахмановҡа, Алмас  Хажиәхмәтовҡа махсус бүләктәрен тапшырҙы.

Турнирҙы башынан аҙағына тиклем йәнле итеп алып барған, ярышсыларҙы дәртләндереп торған, уларҙың ҡайҙан килеүен һәм ярышта нисә тапҡыр ҡатнашыуынан алып ниндәй ырыу вәкиле булып торғанына тиклем халыҡҡа хәбәр итеп торған Ранис Алтынбаевҡа ла ҙур рәхмәтле Манышты халҡы. Ранис Алтынбаевтың махсус бүләгенә Ейәнсуранан Ирәндек Абдулғужин,  Баймаҡ районынан Илдус Ибраһимов лайыҡ булды. 

Ауыл тормошо менән янып йәшәгән, бынан алдағы ярыштарҙы ойоштороусы, әүҙем ҡатнашыусы мәрхүм Вәли Байрамғәлин исемендәге приз иң оло йәштәге ҡатнашыусы -  Уҫманғәленән 74 йәшлек Рәйсә Фәтҡутдиноваға тапшырылды. Иң йәш ҡатнашыусылар Радмила Миһранова, Айнур Әхмәтханов та Раян Миһранов ҡулынан бүләктәр алып ҡыуанды.  

Раян Миһранов башҡорт биатлонында ғаиләләре менән ҡатнашҡан Абдрахмановтар, Ғайсиндар, Мадьяровтар,  Мөҡсиновтар, Сәмситдиновтар, Йомағоловтар, Әбүбәкировтар ғаиләләренә Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы айҡанлы приздар тапшырҙы, бүләктәр әҙерләгән бағыусыларға рәхмәт белдерҙе.  

Өфөләге "Артыш" яҡташтар ойошмаһы исеменән Рәйес Исмәғилев быйыл да ҡунаҡтарҙы йыл һайын ҡайнар аштары, тәмле сәйҙәре менән һыйлаған "Ағинәй"ҙәр йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына бүләктәр тапшырҙы, уларға тәмле аштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ярышта шулай уҡ үҙ көстәрен Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, депутаттарҙың район Советы секретары Альберт Азаматов, Сосновка, Ишле, Сермән ауыл хакимиәттәре башлыҡтары Азамат  Мөхәмәтйәров, Фәнис Даньянов, Сажидә Низаметдинова һынанылар һәм үҙҙәренең ҡатнашыуы менән турнирҙың мәртәбәһен күтәрҙеләр.

Манышты ауылының атаҡлы һунарсыһына арналған республика турнирында район-ҡалабыҙҙың хөрмәтле кешеләре Зариф Суфянов, Әғзәм Йәләлетдиновты күреүебеҙгә шат булдыҡ. 

Ярыштар араһында  сәхнә бер генә минутҡа ла тын торманы, бейеүҙәр, йырҙар, шиғыр һөйләүселәр Кәримә һәм Рәмил Исламовтар, Ксения Ғафарова, Байрас Муллағәлләмов, Азалия Мөсәлимова, Сәғилә Мырҙағәлина бер-береһен алыштырып ҡына торҙо. Илнур Әхмәтшин көн оҙоно үҙенең дәртле йырҙары менән саңғы ярышында ҡатнашыусыларға көс бирҙе.

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас