Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар , 12:15

Көслөләр "Ҡара ҡаплан"да ярышты

Зариф Байғусҡаров - балта һәм бысаҡ ырғытыуҙа, Айгиз Таһиров - аттың муляжын ҡороҡлауҙа, Зариф Суфьянов - сыбыртҡыны сәпкә тейҙереүҙә, Юлдаш Йомағужин - рогатканан атыуҙа, Айтуған Ғарипов - йәҙрә ташлауҙа етеҙлектәрен күрһәттеләр. Уйындарҙа иллегә яҡын кеше ҡатнашты.

Сатура Мингажитдинова
Фото: Сатура Мингажитдинова

Бигарыҫлан Солтанов исемендәге дүртенсе  тапҡыр уҙғарылған "Башҡорт биатлоны" турниры барышында Манышты ауылы егете,  Башҡортостандың  Ушу-саньда буйынса чемпионы Рәнзил Мөлөков  тәү башлап ҡышҡы традицион "Ҡара ҡаплан" ярышын ойошторҙо. Был боронғо уйын.  Һуңғы йылдары  "Ҡара ҡаплан"  ярышы  милли байрамдарҙа үткәрелә башланы.

Биш позициянан торған уйында ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр  сәпкә балта һәм бысаҡ  ырғытыу, аттың муляжын ҡороҡлау, сыбыртҡыны сәпкә тейҙереү, рогатканан атыу,  йәҙрә ташлау буйынса көс һынашты.  Был уйын беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан бик йәнле һәм көсөргәнешле барҙы.

Позициялар буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһынан: I урынды - Фәнзилә Абдрахманова (Манышты), II урынды - Илзиә Мухсинова (Уҫманғәле), III урынды - Әлфиә Фазылова (Манышты) яуланы.

Ир-егеттәр араһынан: I урынға - Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил районы), II урынға - Денис Яманғолов (Инйәр), III урынға - Альберт Азаматов (Уҫманғәле) лайыҡ булды.  

Ир-егеттәр араһынан һәр позицияла иң күп мәрәй йыйыусылар айырым билдәләнде:

Зариф Байғусҡаров - балта һәм бысаҡ ырғытыуҙа, Айгиз Таһиров - аттың муляжын ҡороҡлауҙа, Зариф Суфьянов - сыбыртҡыны сәпкә тейҙереүҙә, Юлдаш Йомағужин - рогатканан атыуҙа, Айтуған Ғарипов - йәҙрә ташлауҙа етеҙлектәрен күрһәттеләр. Уйындарҙа иллегә яҡын кеше ҡатнашты.

- Еңеүселәргә приздар алыуға аҡсалата ярҙам иткән -  Илназ Ғүмәров, Айгиз Юнысов, Айрат Ҡолсобаевҡа һәм уйындар барышында ярҙамлашҡан Янбулат Ғүмәровҡа рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, - ти "Ҡара ҡаплан" ярышын ойоштороусы Рәнзил Мөлөков.

Манышты ауылының әүҙем егеттәренең береһе ул Рәнзил Ринат улы. Инйәрҙәге «Батыр» көрәшселәр клубы филиалдарын Манышты, Асы, Йөйәк, Инйәр ауылдарында асып, халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәй  ир-уҙаман. Халҡыбыҙҙың онотола барған  спорт традицияларын тиергеҙеп, рухты, быуындар бәйләнешен нығыта. "Ҡара ҡаплан"  уйынын ойоштороп, ауылдаштарын да, ситтән килгән ярышсыларҙы ла ҡыуандырҙы. Афарин, Рәнзил!

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас