Тимер юл ауылында окоп шәмдәрен ҡойоу буйынса сара үтте. Был мөһим эш ауылдың балаларын һәм битараф булмаған халҡын берләштерә. Окоп шәмдәре яугирҙар өсөн бик кәрәк. Окопта ла, ялан шарттарында ла был шәмдәрҙеп ҡулланыу бик уңайлы, ти ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡан һалдаттар.
- Бергәләп үткәрелгән был саралар ауыл халҡының кесеһен дә олоһон да берләштерә, - ти хакимиәт башлығы Артур Закиров. Яугирҙарға ярҙам ойоштороуҙа балалар әүҙем ҡатнаша, улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә. Бала булһалар ҙа илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙар тураһында хәстәрлек күрһәтәләр. Ололар йәш ярҙамсылары менән тәжрибә уртаҡлаша һәм шәм эшләү традициялары менән бәйле тарихтар һөйләй. Беҙ бындай башланғыстар менән ғорурланабыҙ! Улар үҫеп килгән быуында патриотизм һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ярҙам итә. Ошо сараны ойоштороусылар гуманитар ярҙамға ҡушылғандары өсөн бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерә һәм киләһе осрашыуҙарға саҡыра.