Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 17:48

Яугирҙарға бар яҡтан да ярҙам кәрәк

Яугирҙарға медицина ярҙамы бик кәрәк. Үҙем медицина хеҙмәткәре булараҡ, һәр яраланып ҡайтҡан яугирҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһынып уларға мөмкинлегемдән сығып, ярҙам күрһәтергә тырышам.

Лилиә СИБӘҒӘТОВА, Сермән амбулаторияһы шәфҡәт туташы, ауылдың “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, йәмәғәт лидеры.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Баймаҡ районының "Талҡаҫ" шифаханаһы базаһында махсус хәрби операция яугирҙарын дауалау һәм реабилитациялау буйынса үҙәк асыласағын белдерҙе. Был бик дөрөҫ, беҙҙең Сермән хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан 11 яугир бар. Ике яугирыбыҙ яраланғандан һуң, хәрби килешеүен өҙөп ҡайтты, өс яугир бик ауыр яралы һәм улар ҙа хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тиергә була. Ҡалғандарына ла медицина ярҙамы бик кәрәк. Үҙем медицина хеҙмәткәре булараҡ, һәр яраланып ҡайтҡан яугирҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһынып уларға мөмкинлегемдән сығып, ярҙам күрһәтергә тырышам. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин да һәр ваҡыт яугирҙарға табиптарға күренергә ярҙам итә. Госпиталдән һуң өйҙәренә ҡайтарылған яугирҙарҙың күбеһе ҡайҙа һәм кемгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә белмәй. Уларҙың күбеһенә хирургтан, терапевтан тыш психолог ярҙамы ла кәрәк. Шуның өсөн һәр бер ҡалала, район үҙәгендә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре асылһа, бик яҡшы булыр ине. Шулай уҡ яугирҙарҙың документтары менән дә проблемалар бар. Ҡайһы берҙәренең танытмалары госпиталдә, башҡа сәбәптәр менән юғалған. Уларҙы яңынан тергеҙер өсөн дә егеттәргә күп йөрөргә тура килә. Тейешле түләүҙәрен дә ала алмай йөрөгән яугирҙар бар. Уларға ла консультациялар бик кәрәк. Әгәр ҙә ярҙам үҙәктәре булһа, улар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итерҙәр ине.
Белорет районы республикала иң ҙур райондарҙың береһе. Һәр бер ауылдан махсус хәрби операцияға киткәндәр ҙә күп. Беҙҙең районда Асы шифаханаһы бар. Яуҙан ҡайтҡан яугирҙар өсөн Асы шифаханаһында дауаланыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр, табиптар ҙа бар. Әгәр ҙә үҙебеҙҙең яугирҙарыбыҙҙы районда дауалаһаҡ, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас