

Район-ҡала мәктәптәрендә Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкилдәре хәүефһеҙлек темаларына арналған лекциялар менән уҡыусылар алдында сығыштар яһай. Ҡаланың 14-се гимназияһы уҡыусылары менән дә ошондай осрашыу үтте. Федераль Именлек хеҙмәте - дәүләт именлеге һағында торған, дәүләт ҡоролошона ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән төп орган булып тора. Именлек хеҙмәте вәкилдәре осрашыуҙарҙа уҡыусыларға үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстар тураһында аңлата, шулай уҡ уларға төрлө миҫалдар килтереп, насар эштәрҙән һаҡ булырға иҫкәртә.
Именлек хеҙмәте вәкиле VII-IX класс уҡыусылары менән район-ҡалала урынлашҡан монументтар, һәйкәлдәрҙе һаҡлау, уларға зыян килтермәү буйынса ла әңгәмә үткәрҙе.
- Терроризм хәүефе - бөтә ер шары халҡын ҡурҡытҡан һәм борсоған күренеш. Террорсылыҡ һәм экстремистик күренештәренә ҡаршы көрәш мәсьәләләре хәҙерге ваҡытта айырыуса мөһим. Шуға күрә лә, был ҡурҡыныс күренештәргә юл ҡуймау өсөн саралар күреү - һәр кемдең бурысы, хатта уҡыусыларҙың да,- тине Именлек хеҙмәте вәкиле.
Үҫмерҙәрҙе социаль селтәрҙәрҙә һаҡ булырға, таныш булмаған кешеләр менән уяу булырға саҡырҙы. Шулай уҡ ҡурҡыныс хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәклеген дә аңлатты.