

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: көслө агросәнәғәт комплексы - ул республикабыҙҙың ғорурлығы. Беҙҙең халыҡтың 40 % тиерлек ауылда йәшәй. Унда агросәнәғәт комплексы иҡтисад үҫешенең драйверы булып тора.
Төбәктә ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Был эште "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проектының маҡсаттарына ярашлы алып барабыҙ. Һәм бында "Росагролизинг" - беҙҙең төп партнер.
Бөгөн дәүләт лизингы компанияһына республикала техника һатып алыуҙың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы тура килә - 28 %. Күләм буйынса беҙ илдең иң яҡшы 5 төбәге иҫәбендә. Был льготалы программа механизмы беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары өсөн бик уңайлы, сөнки ул бер минималь сығымдар менән ауыл хужалығы машиналары паркын яңыртырға мөмкинлек бирә.
"Росагролизинг" менән хеҙмәттәшлегебеҙгә 25 йыл. Бөгөн ул үҙенең юбилейын билдәләй. Был ваҡыт эсендә беҙҙең аграрийҙар 29 миллиард һумға 5,5 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы алды.
Алда - ҙур пландар. Атап әйткәндә, былтыр йәй Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында компания етәксеһе Павел Косов менән республикала машиналар өсөн технологик станциялар селтәрен булдырыу тураһында һөйләштек. Үҙебеҙҙең яҡтан лизингҡа техника һатып алыусылар өсөн субсидиялау программаларын әҙерләйбеҙ.
"Росагролизинг"ты ошо матур дата менән ҡотлайым. Бергәләп алға барабыҙ.