Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль , 12:56

Дүрт йөҙҙән ашыу яҡташыбыҙ Афған аша үткән

Тыуған илебеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар бөгөн үҙ өлгөһөндә йәштәребеҙҙе тәрбиәләй, балаларҙы Ватанды яратырға өйрәтә.

- Бөгөн мөһим һәм иҫтәлекле дата - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл. Беҙ Ватан сиктәренән тыш хеҙмәт бурысын үтәгән бөтә белореттарҙы иҫкә алабыҙ.Дүрт йөҙҙән ашыу яҡташыбыҙ Афған аша үткән, һигеҙен юғалттыҡ. Һәләк булған геройҙарға мәңгелек хәтер һәм түбәнселек менән баш эйәбеҙ.

Айырым рәхмәт һүҙҙәре - беҙҙең ветерандарға, Ватандан алыҫта, ауыр хәрби шарттарҙа, антына һәм кешелек бурысына тоғро ҡалғандарға. Һеҙ ысын ҡаһарманлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм хәрби намыҫ өлгөһөн күрһәттегеҙ. Тыуған илебеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар бөгөн үҙ өлгөһө менән йәштәребеҙҙе тәрбиәләй, балаларҙы Ватанды яратырға өйрәтә. Бының өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.

Шул йылдарҙағы күп ветерандарҙың бөгөн дә сафта ҡалыуы ҡыуаныслы. Кемдер хәҙер махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, кемдер яугирҙарға әүҙем ярҙам итә, гуманитар ярҙам йыя, беҙҙең яҡлаусыларҙы хуплай. Был ысын, һынмаҫ рух тураһында һөйләй. Ватанға тоғролоғоғоҙ һәм ышаныслы ярҙамығыҙ өсөн дә рәхмәтлебеҙ.

Белореттың хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм запас ветерандарының йәмәғәт ойошмалары, йыл һайын был датаны лайыҡлы билдәләй. Мәктәптәрҙә ҡаһарманлыҡ дәрестәре, баскетбол, волейбол, шахмат буйынса турнирҙар, йәштәр араһында тау саңғыһы спорты буйынса ярыштар үткәрелә. Был ҙур йәмәғәт эше.

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалағанығыҙ, ҡала һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡанығыҙ, халҡыбыҙҙың хәрби батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас