Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль , 12:00

Сермәндә иң шәп шахмат турниры үтте

Аҡһаҡалдың изге эшен уның коллегалары, дуҫтары, «Аҡһаҡал»дар ойошмаһы ағзалары бөгөн дә дауам итә. Шулай итеп шахмат турниры 8-се йыл үткәрелеп килә һәм Солтан Сиражетдинов исеме менән мәңгеләштереүгә быйыл 5 йыл тулды. 

Сатура Минһажитдинова
Фото: Сатура Минһажитдинова

Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында Солтан Мосауир улы Сиражетдинов исемендәге шахмат турниры үтте. Был шахмат уйынын Сермәндең элек ауыл советы рәйесе булып эшләгән, һуңынан инде ауылдың  Аҡһаҡалдар йәмәғәт ойошмаһын етәкләгән, ауылы, халҡы өсөн бик күп изге эштәр башҡарған йәмәғәтсе Солтан Мосауир улы 2019 йылда ойоштороп ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 йылдың  ғинуарында  Солтан Мосауир улы кинәт кенә мәрхүм була. Аҡһаҡалдың изге эшен уның коллегалары, дуҫтары, «Аҡһаҡал»дар ойошмаһы ағзалары бөгөн дә дауам итә. Шулай итеп шахмат турниры 8-се йыл үткәрелеп килә һәм шахмат турнирын Солтан Сиражетдинов исеме менән мәңгеләштереүгә быйыл 5 йыл тулды. 

Кесе төркөмдә V класта уҡыусылары,  урта төркөмдә VI-VIII класс уҡыусылары, өлкән төркөмдә IX-XI класс уҡыусылары,  VIII-XI класта уҡыған ҡыҙҙар айырым төркөмдә ярышты. Уйын көсөргәнешле барһа ла, йәш шахматсылар бирешмәне, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Шахмат турниры күтәренке рухта, дуҫтарса аралашыу мөхитендә үтте.

Тулы мәҡәлә гәзиттең 20 февраль һанында буласаҡ.

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас