

Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон хәрби хеҙмәткәре Бөрөнән Владимир Яковлев МХО зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәтә.
FPV-дрондар һөжүме ваҡытында яугирҙар ултырған автомобиль шартлай. Владимир, йәрәхәтләнеүенә һәм һөжүм ҡабатланыу хәүефенә ҡарамаҫтан, ҡаты яраланған иптәшенә ярҙам күрһәткән, уға жгут һалған һәм хәүефһеҙ зонаға сығарған.
Владимир Путин указы менән ул батырлығы һәм хеҙмәттәшен ҡотҡарғаны өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында һорауҙар килеп тыуһа, 122 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.