Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март , 13:57

Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында республиканан юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән шөғөлләнәсәк махсус структура булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Төркөмдө Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина һәм вице-премьер Руслан Хәбибов етәкләне.  

Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм булдырылды
Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм булдырылды

Төркөм составына Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич, БР-ҙа кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин, МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, Башҡортостанда Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Мацкевич һәм башҡалар инә.

Депутат аңлатыуынса, эҙләү алгоритмдары бар, әммә күп осраҡтарҙа федераль органдарҙың индивидуаль ҡарашы һәм ярҙамы талап ителә. Төркөм Оборона министрлығы менән үҙ-ара эш алып барыуҙан алып генетик экспертизаларға тиклем эште координациялаясаҡ.

Контакт офисы 20 мартҡа тиклем эшләй башларға тейеш. Радий Хәбиров ҡарарҙы ғинуарҙа уҡ Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә иғлан итте.

"Ирина Александровна Панькина етәкселегендә даими эшләүсе эшсе төркөм булдырыу кәрәк тип иҫәпләйем. Руслан Таһир улы Хәбибовтан был эште федераль органдар - Хәрби комиссариат һәм комендатура, Хәрби прокурор, Өфө гарнизонының Хәрби тәфтиш бүлеге һәм башҡа структуралар менән берлектә ойоштороуҙарын һорайым», — тине Башҡортостан Башлығы.
Эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы 4 мартта үтте.

"Бөгөн хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү беренсе пландағы мәсьәлә. Төп бурыс - һис шикһеҙ, был мәсьәләләр республикабыҙ халҡы өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк, һөҙөмтәле хәл ителһен өсөн алгоритм әҙерләү. Һәм был бурыс үтәләсәк", - тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Автор:
Читайте нас