Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель , 10:57

Өфөнән Белоретҡа электропоезд йөрөй башлаясаҡ

1 майҙан Өфөнән Белоретҡа тиклем ике системалы "Финист" электропоездары йөрөй башлай.

Өфөнән Белоретҡа электропоезд йөрөй башлаясаҡ
Өфөнән Белоретҡа электропоезд йөрөй башлаясаҡ

Маршрутта поезд яҡынса 4 сәғәт йөрөйәсәк, тип хәбәр итте оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Поездар үҙгәреүсән һәм даими ток линияларында эшләй ала, был маршруттар географияһын киңәйтә. Салондарҙа USB-розеткалы уңайлы ултырғыстар, климат-контроль системаһы, видеокүҙәтеү һәм мәғлүмәт таблоһы ҡаралған.

Республика Башлығы яңы маршрутты шәхсән һынап ҡарарға ниәтләүен билдәләне.

Автор:
Читайте нас