

Ленин һәм Дим райондарындағы урамдарға исем һайлау буйынса тәҡдимдәр фекер алышыуға сығарылды:
– Вәсилә Фәттәхова урамы (тауышы заманса милли эстрада символына әүерелгән Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы);
- Владимир Высоцкий урамы (күренекле совет шағиры һәм актер).
Бынан тыш, тәҡдим ителгән исемлектә Тауышһыҙ тыҡрығы һәм Тыуған яҡ урамы (ошо билдәле йырҙы Вәсилә Фәттәхова башҡарҙы) бар.
Ленин районындағы урамға боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Николай Красников исемен бирергә теләйҙәр. Һайлау өсөн ике вариант тәҡдим ителә: «Николай Красников» урамы йәки «Мотоуҙышсы Красников урамы».
Фекерҙәр туплау 23 апрелдә тамамлана. Һорау алыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында авторизация үтергә кәрәк.