

1981 йылда Йоматау техникумының ауыл хужалығы производствоһы бухгалтерҙарын әҙерләү бүлеген тамамлаған Сермән ҡыҙы “Калинин” исемендәге колхозда бухгалтер булып хеҙмәт юлын башлай. Туған колхозында дүрт йыл эшләгәндән һуң декрет ялына китә. 1989 йылда ауыл Советы рәйесе Солтан Сиражетдинов уны Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы осоронда эшкә саҡыра, ә 1 марттан иһә Зөлфирә Ямалетдинова ауыл хакимиәтендә эшләй башлай. Төрлө йылдарҙа баш бухгалтер, иҫәпсе-кассир, йәштәр эше буйынса белгес була, бер нисә тапҡыр ваҡытлыса ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡара. Тәжрибәле белгестең дөйөм хеҙмәт стажы 45 йыл тәшкил итһә, шуның 37 йылын урындағы үҙидаралыҡҡа бағышлаған.
Эштәр идарасыһы вазифаһы - яуаплы һәм күп ҡырлы вазифаларҙың береһе. Ул документтар әйләнеше, ҡабул итеүҙәрҙе ойоштороу, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү кеүек бихисап эштәрҙән ғибәрәт. Эш һәр ваҡыт күп, әммә Зөлфирә Нәҙербай ҡыҙы өсөн йырып саға алмаҫлыҡ бурыстар юҡ. Ул һәр килеүсе өсөн ваҡыт таба, тыңлай һәм ярҙам итә белә. Йылдар эсендә эштәр идарасыһының эшмәкәрлегендә күп нәмәләр үҙгәргән. Бер яҡтан компьютерлаштырыу ҡайһы бер эш формаларын ябайлаштырһа, икенсенән, яңы бурыстар өҫтәлгән. Уларға норматив-хоҡуҡи акттар, төрлө комиссия ултырыштары протоколдарын төҙөү, ауыл биләмәһе башлығының ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын тейешле ойошмаларға еткереү, үтәлешен контролдә тотоу кеүек бурыстар ҡуйылған.
- Йылдан-йыл бурыстар арта, яңы социаль проекттар барлыҡҡа килә. Төрлө ҡарарҙар менән күп эшләргә тура килә. Эшләү дәүерендә тик яҡшы кешеләр, етәкселәр менән эшләү бәхете тейҙе. Солтан Мосауир улы етәкселеге аҫтында ун йыл эшләнем. Тыныс булды, бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәне, әммә ләкин эшләтә лә белде. Ул мәлдә өмәләргә лә, силос әҙерләргә лә һәм башҡа эштәргә бергә һәм берҙәм йөрөнөк. Ауыл советы штатында 12 хеҙмәткәр иҫәпләнә ине. Айытбай Зәбир улы иһә заман менән бергә атлаған етәксе булды. Заман технологиялары йәшәйешебеҙгә үтеп ингәс, компьютер менән эшләү бурысы ҡуйылды. Етәксебеҙ беҙҙән дә шуны талап итте. Ипле һәм тырыш Лилиә Вил ҡыҙы менән дә эшләнек. Ул эшләгән осорҙа шәхсән төрлө конкурстарҙа үҙ көсөмдө һынап ҡараным. Муниципаль үҙидара хеҙмәткәрҙәре араһында III урынға лайыҡ булдым, “Иң яҡшы муниципаль берәмек” конкурсында призлы урын алыуға өлгәштек. Әлеге хакимиәт башлығы Сажидә Лев ҡыҙы ла йәш һәм дәрте ташып торған етәкселәрҙең береһе, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ғөмүмән, улар менән бергәләп урындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иттек, йыйылыштар, халыҡ иҫәбен алыуҙар, һайлау кампаниялары һәм башҡа әһәмиәтле күп эштәр башҡарҙыҡ. "Урындағы башланғыстарҙы хуплау", "Айыҡ ауыл" республика проекттарында ла даими ҡатнашабыҙ. Һуңғыһы буйынса муниципаль этапта еңеп, республика кимәленә лә сыҡтыҡ. Бөгөн минең яҡшы, йәш һәм дәртле коллегаларым бар, уларҙы яратып “себештәрем” тип кенә йөрөтәм.
Төрлө кешеләрҙе ҡабул итергә тура килә, һәр береһен тыңларға, аңларға һәм ярҙам итергә кәрәк, ә бит беҙҙең ауыл хакимиәте бәләкәй түгел, уның территорияһында 3 мең кеше йәшәй. Эш идарасыһы - һөнәр генә түгел, ә күңел торошо. Эш көнө киске сәғәт 6-ла тамамланмай, эштә һуңға ҡалырға, ялда ла эшләргә тура килә, әммә төшөнкөлөккә бирелмәйем, сөнки миңә яҡындарым һәм туғандарым - ирем, балаларым ярҙам итә. Тимәк, уңыштарымдың яртыһы - ғаиләмдеке, - ти икенсе яртыһы менән матур тормош кисергән, ике ҡыҙға һәм бер улға ғүмер, тәрбиә, белем биргән, алты ейәндең яратҡан өләсәһе булған Зөлфирә ханым.
Намыҫлы хеҙмәте тураһында уның Үҙәк һайлау комиссияһының, “Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының, район Советының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, төрлө күкрәк билдәләре һөйләй.
Зөлфирә Нәҙербай ҡыҙы республиканың иң ҙур районындағы муниципаль үҙидаралыҡта иң күп хеҙмәт стажы булған эштәр идарасыһының береһе. Тәжрибәле белгескә оҙаҡламай 65 йәш тула, 45 йыллыҡ дөйөм хеҙмәт стажының 15 йылы эштәр идарасыһы вазифаһында.
21 апрель - Урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө. Зөлфирә Ямалетдинова ла элекке коллегаларын - Зөбәйлә Мохтасарованы, Ғәзимә Мырҙагилдинаны, Бибинур Сафинаны, Фәнисә Йәмилеваны, Зилә Дусмөхәмәтованы ҙур ихтирам менән иҫкә ала һәм һөнәри байрамдары уңайынан барыһын да ҡотлап, яуаплы эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, именлек теләй.
Наил ШАКИРОВ фотоһы.