

«Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты» 2004 йылдан эшләй һәм тәүлегенә 10 тоннаға тиклем икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары етештерә. Комбинат ассортиментында 150-нән ашыу төр продукция иҫәпләнә. Әҙер продукция Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Шишмә, Ғафури райондары магазиндарына оҙатыла.
Комбинат етәксеһе Әлфирә Богданова билдәләүенсә, производствоның үҙенсәлеге булып икмәкте кирбес мейестә һәм башҡа өҫтәмәләрһеҙ ҡомалаҡ әсеткеһенән бешереү тора. Ҡырмыҫҡалы икмәгенә республика халҡында ихтыяж ҙур, һәм ул райондың бренд продукцияһы булып ҡала.
2025 йылда икмәк комбинатында фасадҡа капиталь ремонт башҡарылған һәм бинаның ҡыйығы өлөшләтә ремонтланған. Икмәк ташыусы машиналар паркын яңыртыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа предприятие ҡеүәте һәм сығарылған продукция күләме бер нисә тапҡырға артҡан.
– Бик тәмле икмәк, хатта үҙем менән бер нисә буханка алам. Беҙ бындай тәбиғи икмәкте яратабыҙ, элек ауылдарҙа бешерелгән кеүек. Был традицияларҙы һаҡлап ҡалыусыларға афарин, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, икмәк бешереү – ул бизнес түгел, ә үҙенә күрә социаль хеҙмәт төрө, сөнки бында табыш киләме юғары түгел. Комбинатҡа нисек ярҙам итергә кәрәклеге хаҡында уйларбыҙ.