Яңылыҡтар
26 Мая , 12:33

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

“Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы мәктәп йылдары менән хушлашыу ғына түгел, ә киләсәккә маҡсатлы юл ярыу, оло тормошҡа аяҡ баҫыу ул. Бөгөн мәктәптәрҙә сығарылыш кластары өсөн Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Быйыл район-ҡала мәктәптәренең IX класын - 1393 уҡыусы,  XI класын - 407 уҡыусы тамамлай.

Сатура МинһажитдиноваСатура Минһажитдинова
Фото:Сатура Минһажитдинова

Бөгөн мәктәптәрҙә сығарылыш кластары өсөн Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Мәктәп ҡыңғырауының сыңы - бала саҡ тамамланыуын һәм үҙаллы оло юл башланыуын белдереүсе тулҡынландырғыс мәл ул.

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы һәр ваҡыттағыса байрамса биҙәлгән, майҙансыҡта сәскәләр тотҡан уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, ветеран-педагогтар, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылған. Башҡорт гимназияһында ХI класты 14 уҡыусы тамамлай. Гимназия директоры Зилә Миңгәрәева тантанаға йыйылыусыларҙың барыһын да ҡотлап үткәндән һуң, сығарылыш класс уҡыусыларына педагогтар, гимназия хеҙмәткәрҙәре исеменән изге теләктәрен еткерҙе, егет-ҡыҙҙарға имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, киләсәктә маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне.

“Һуңғы ҡыңғырау” байрамына уҡыусыларҙы ҡотларға килгән район Советы секретары Альберт Азаматов, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Әпҡәдирова, “Жәмиғ” мәсете имам хатибы Исмәғил хәҙрәт уҡыусыларға тормошта дөрөҫ  йүнәлеш һайлауҙарын, бәхетле киләсәк ҡороуҙарын теләнеләр.

Ун беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән тәбрикләү һүҙе Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлнара Мөхәмәтғәлинаға тапшырылды. Гөлнара Фаил ҡыҙы уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, артабан юғары белем алып, гимназияны, белем биргән уҡытыусыларын онотмай, киләсәктә республикабыҙҙа яҡшы белгестәр булып эшләп йөрөүҙәрен теләне. Ата-әсәләр, сығарылыш класс уҡыусылары исеменән гимназияның биология кабинетына күнегеүҙәрҙе, күренештәрҙе йәки процестарҙы аңлайышлы итеү өсөн ҡулланылған демонстрацион моделдәр бүләк итте.

“Гүзәл” туҡымалар салоны директоры Гүзәл Мостафина гимназияның уҡыу алдынғылары, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Юлиә Әхтәмова, Азалия Мусина, Сәлих Абдуллин, Азамат Сәлиховҡа “Уңыш” премияларын тапшырҙы.

“Һуңғы ҡыңғырау” байрамында гимназия уҡыусылары тарафынан сығарылыш класс егет-ҡыҙҙарына арнап йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Ә иң тулҡынландырғыс мәл - мәктәп вальсы булғандыр. Ул бөгөн меңдәрсә уҡыусының күңелендә мәктәп йылдарының һуңғы ҡыңғырауы булып яңғыраны.

 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас