

Беҙ – тамырҙары ҡеүәтле, тарихы бай, киләсәге яҡты халыҡ. Донъя халыҡтарының рухи мираҫы булып танылған, башҡорттарҙың асылын, йәшәйеш серен һаҡлаған «Урал батыр» эпосын данлаған тантанаға рәхим итегеҙ.
6 июнь
19:00
«Шүлгәнташ» мәмерйәһе музей-ҡурсаулығы, амфитеатр.
Байрам сәхнәһендә республикабыҙҙың сағыу йондоҙҙары һәм данлыҡлы ижади коллективтары сығыш яһай:
«Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле – дәртле бейеүҙәре менән рухты күтәрер.
«Тарпан» этно-фолк төркөмө – боронғо моңдарҙы заманса яңғырашта еткерер.
«Сулпан» балалар театры – үҫеп килгән быуындың илһамлы сығышы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле – ҡурайҙың тылсымлы моңо күңелдәрҙе елкендерер.
Һәм, әлбиттә, башҡорт эстрадаһы йырсылары:
Зилиә Бәхтиева
Ғаяз Ғәйетбаев
Йәғәфәр Нәҙершин
Рөстәм Хәсәнов
Фаил Йортбәков
Рухлы тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Ул быуаттар аша беҙгә килеп еткән бөйөк мираҫҡа ихтирам билдәһе. 12+