

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының 2025 йылдағы һөҙөмтәләре менән таныштырыу төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан унда өсөнсө урын яуланы.
Радий Хәбиров эшлекле программа сиктәрендә Рәсәй төбәктәре етәкселәре, дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге дәүләттәр, ҙур компаниялар вәкилдәре менән осраша, шулай уҡ бер нисә стратегик килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.
– Бындай масштаблы форумдарҙа ҡатнашыу беҙҙең инвестиция сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Әүҙем булыу һәм үҙебеҙҙең өҫтөнлөктәр менән таныштырыу мөһим, сөнки ресурстар һәм заманса перспективалы проекттар өсөн көрәш бара, – тине Радий Хәбиров. – Бик күп осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр планлаштырғанбыҙ. Иртәгә пленар ултырышта Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин мөһим иҡтисади фекерҙәр менән сығыш яһаясаҡ. Беҙ шулай уҡ йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан иткән Милли инвестиция мөхите рейтингы һөҙөмтәләрен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Башҡортостандың позициялары ярайһы уҡ ныҡлы, һәм һуңғы йылдарҙа гел беҙ алдынғылар иҫәбендә булдыҡ. Әммә эшебеҙҙең үҙенсәлеге тап еңел булмаған шарттарҙа инвестициялар йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала ла инде.
Башҡортостан стендында Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыусылар төбәктең иҡтисадын, фәнен һәм мәғарифын, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙең төп йүнәлештәре менән таныша ала.
Экспозицияның үҙәк элементы – яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән Шәжәрә (генеалогик ағас). Ул төбәктең тарихы һәм милли үҙенсәлектәре менән таныштыра, шулай уҡ стенд ҡунаҡтары һорауҙарына яуап бирә ала. Бынан тыш, майҙансыҡта Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы, Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластеры һәм Үзбәкстан менән берлектәге «Бекабад» технопаркы проекттары тәҡдим ителә.