Яңылыҡтар
8 Июня , 07:59

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Вологда өлкәһе губернаторы Георгий Филимонов сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәкБашҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк
Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

 

Документ киң йүнәлештәр буйынса (иҡтисадтан һәм инновацияларҙан алып экологияға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тиклем) үҙ-ара эш итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Атап әйткәндә, яҡтар бизнес һәм инвестициялар өсөн уңайлы шарттар булдырырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, фәнни производстволарҙы һәм уртаҡ предприятиеларҙы үҫтерергә, үҙ-ара продукция менән тәьмин итеүҙе яйға һалырға һәм импортты алмаштырыу менән шөғөлләнергә планлаштыра.

Автор:
Читайте нас