

Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, вице-премьер республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған һәм хәҙер йыл һайын 8 июндә билдәләнгән байрамдың рухи әһәмиәтен билдәләне.
— Үтеп киткән байрам көндәре беҙҙең Башҡортостандың рухи нигеҙе ни тиклем көслө һәм берҙәм булыуын күрһәтте. Бөрйән һәм Белорет райондарында, Өфө ҡалаһында ойошторолған сара ысын рух байрамы, төрлө йәштәге һәм төрлө милләт кешеләрен берләштергән ҙур этномәҙәни ваҡиға булды, — тине Урал Килсенбаев.
Был тантаналарҙың төп һөҙөмтәһе - быуындар күсәгилешлелеге, тип билдәләне беренсе вице-премьер. Йәш сәсәндәр боронғо эпостың өҙөктәрен яттан һөйләп, үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын өйрәнеү класын асыу милли мираҫты үҫтереүҙә символик аҙым булды, төбәк етәкселеге ҡушыуы буйынса хәҙер был тәжрибә бөтә Башҡортостанға таратыла.
Киләһе йылдан республиканың мәғариф министрлығы булышлығында һәр класс «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурста ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне Урал Килсенбаев. Беренсе вице-премьер һүҙҙәренсә, төп маҡсат – һәр балала халҡыбыҙҙың бөйөк рухи мираҫына хөрмәт тәрбиәләү. Шулай уҡ Урал Килсенбаев Урал батырҙың рәсми һүрәтен ҡабул итеү кәрәклеген әйтте.
Урал Таһир улы күләмле этномәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороуға өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бүләкләнеүселәр араһында – министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, муниципаль район хакимиәттәре вәкилдәре, билдәле фольклорсы-ғалимдар, музей хеҙмәткәрҙәре, режиссерҙар, артистар, журналистар, халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫталары һәм техник белгестәр. Әйтәйек, AY YOLA төркөмө етәксеһе һәм солисы, «Урал батыр һәм Һомай» ойошмаһы директоры Ринат Рамаҙанов, «Ҡурайсы» ижади берләшмәһе етәксеһе Роберт Юлдашев, музыкант-мультиинструменталист, ZAINETDIN этно-шоуы солисы Заһир Зәйнетдинов, Белорет районы башлығы Азат Хәкимов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов башҡалар. "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, Түңгәүер ырыуы советы рәйесе Хафиз Иҙрисов та Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Шулай уҡ «Башинформ» агентлығы вәкилдәре – күҙәтеүсе Ләйлә Аралбаева, тәржемәсе Альмира Дәүләтбаева һәм фотохәбәрсе Валерий Шахов бүләкләнде.
Осрашыу һуңында Урал Килсенбаев лауреаттарға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади ҡеүәт теләне.
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»