

Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәһе автостоянкаһын асыу тантанаһы үтте. Халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе яҡшыртыуға һәм инспекция хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән был мөһим ваҡиға район хакимиәте һәм башҡа структура вәкилдәрен йыйҙы.
Сараның почетлы ҡунаҡтары араһында Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, юстиция генерал-майоры Юрий Баранов, район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев һәм ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Евгений Изотов та бар.
Район буйынса бүлек начальнигы Тимур Сәйетгәрәев башланғысы менән проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ иткән яңы автостоянка асыла. Уның етәкселеге аҫтында автостоянканы киңәйтеү буйынса ҙур эш башҡарыла, был дәүләт хеҙмәттәрен күрһәткәндә халыҡты һөҙөмтәлерәк хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирә.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Алексей Толстиков, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы директоры Александр Калинин, “Автодеталь” йәмғиәте етәксеһе Александр Ковальчук, “ЗаводСтройминерал” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Рожков һәм “Потенциал-Недра” йәмғиәтенең генераль директоры Илсур Дауытовҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Азат Хәкимов проектты үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр -Тимур Сәйетгәрәев, Евгений Изотов һәм башҡа полиция хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара ал таҫманы киҫеү тантанаһы менән тамамланды. Ҡунаҡтар автостоянканың яңы мөмкинлектәре менән танышты һәм бүлектең артабанҡы үҫеше буйынса пландары менән бүлеште.
Автостоянканың асылыуы - ЮХХДИ-ның 90 йыллыҡ тарихына хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә киләсәккә мөһим аҙым, унда юлдарҙа хәүефһеҙлек барыбыҙ өсөн дә өҫтөнлөк булып ҡала.
Евгения Лисовская,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге.