Сара бөгөн республикала билдәләнгән Милли кейем көнөнә арналды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙыуынса, бөгөн милли кейем заманса мода һәм бизнестың бер өлөшө булып тора.
Элек дәреслектәрҙә, музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин булған орнаменттар һәм биҙәктәр бөгөн эшлекле костюм һәм көндәлек кейем элементтарына әүерелде.
«Был матур, үҙенсәлекле, ә хәҙер — модала», — тип билдәләне республика Башлығы.
Этностилдең популярлашыуы еңел сәнәғәт һәм креатив индустриялар үҫешенә көтөлмәгән этәргес бирҙе. Милли мотивлы аксессуарҙар, кейем-һалым халыҡ һәм туристар араһында хуплау тапты, был иһә бәләкәй һәм урта бизнестың иғтибарын йәлеп итте.
«Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ был түгел ине, әммә беҙ бындай яҡшы «бонус»ҡа шатбыҙ», — тине республика етәксеһе.