Яңылыҡтар
11 Сентября , 12:45

Һыҙҙырт, башҡорт ҡурай моңон!

"Гүзәл" туҡымалар салоны хужабикәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары Резеда Сайдарованың "Башҡорт өйө" ("Билаловтар нәҫеленең мираҫы") этно-музейында Милли кейем көнөнә арналған "Һыҙҙырт, башҡорт ҡурай моңон" тигән матур сара үтте.

Сатура МинһажитдиноваСатура Минһажитдинова
Фото:Сатура Минһажитдинова

Резеда Рифғәт ҡыҙы милли байрамда ҡатнашыусыларҙы, матур сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, һүҙ район-ҡалабыҙҙа билдәле булған ҡурайсыларға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ветеран-педагог, ҡурайсы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дамир Хәсәнов етәкселегендәге "Иҙел башы" халыҡ ҡурайсылар ансамбленең йәш ҡурайсылары тамашасыларҙы ҡурай моңо илендә сәйәхәт иттерҙе.

Бар ғүмерен башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын – ҡурайҙы үҫтереүгә, популярлаштырыуға арнаған Мөхәмәт Усман улы республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән бик күп ҡурайсыларҙы белгән шәхес. Ул мәшһүр ҡурайсы, яҡташыбыҙ Талип Латипов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Юлай Ғәйнетдинов, бөйөк йырсы Абдулла Солтанов менән яҡындан таныш булыуы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мөхәмәт Түлебаевтың йәшәү маҡсаты ла, мәғәнәһе лә - ҡурай, тип әйтһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Бар ғүмерен башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын үҫтереүгә, популярлаштырыуға, сит ҡитғалар буйлап ҡурай моңон таратҡан  шәхес ул.

Республика Ҡурай байрамдарында ҙур еңеүҙәр яулаған Дамир Хәсәнов үҙе лә ҡурайға бәйле тәьҫораттары, матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, тамашасыларға бер нисә көй бүләк итеп, күңелдәрҙе ҡурай моңона сорнаны. Йәш ҡурайсылар Айҙар Ғәлимов Мөхәмәт Түлебаевтың яратып уйнаған "Ҡағы ташы"н башҡарҙы. Ә иң йәш ҡурайсы Нурислам Килдебаев Мөхәмәт Усман улының ейәне булып сыҡты. Бик оҫта ҡурайсы үҫеп килә.

Байрамға мәшһүр йырсы, тәбиғи талант эйәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтановтың ауылдаштары ла ҡатнашты. Мәрйәм Бакирова, Земфира Лоҡманова, Фатима Солтанова Абдулла Солтанов тураһындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Музейға Абдулла Солтановтың йырҙары тупланған компакт-диск, уның тураһында хәтирәләр яҙылған альбом бүләк иттеләр.

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зилә Миңгәрәева, уның бер төркөм уҡыусылары, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина, "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбле йырсылары, мәғариф ветераны Зөбәржәт Суфьянова, милли кейемдәр тегеү оҫтаһы Таңһылыу  Байморатова һәм башҡалар матур сығыштары менән сараға йәм өҫтәне.

"Гүзәл" туҡымалар салоны директоры Гүзәл Мостафина сараны үҙенсәлекле һәм йәнле итеп алып барҙы. Шулай итеп Милли кейем көнөнә арналған Ҡурай байрамы күңелдәрҙе ғорурлыҡ, һоҡланыу, хис-тойғолар кисерештәре менән байытып бер тынала үтте лә китте. Мәҙәниәтебеҙ һағында торған, халҡыбыҙҙың моң хазинаһын һаҡлаған, изге ҡурайыбыҙҙы данлаған  бер төркөм ҡунаҡтар Дипломдарға, бүләктәргә лайыҡ булды.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас