

Белорет районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова белдереүенсә, бөтә участка комиссиялары алдан һайлаусылар исемлеген алған.
9 сентябрҙән һәр һайлау участкаһында граждандарҙан "Мобиль һайлаусы" технологияһы буйынса ғаризалар ҡабул ителде. Әгәр 18, 19, 20 сентябрҙә һайлаусы үҙенең теркәлгән урынынан ситтә булһа, мәҫәлән, командировкала, дауаланыуҙа, уҡыуҙа, отпускыла йәки теркәлгән урынынан ситтә йәшәһә, ғариза бирә ала.
Шулай уҡ һаулыҡ торошо, инвалидлыҡ һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында 18, 19, 20 сентябрҙә һайлау участкаһына килә алмаған һәм өйҙә тауыш бирергә теләгән граждандар ҙа һайлау участкаһына мөрәжәғәт итә ала. Ғаризаны 20 сентябргә тиклем көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем шәхсән йәки телефон аша бирергә мөмкин. Бынан тыш, һайлау участкаларында һайлаусылар исемлегендә үҙең тураһында мәғлүмәтте тикшерергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү көндәрендә - 18, 19, 20 сентябрҙә - һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.