Яңылыҡтар
19 Сентября , 18:53

Һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 54,64% тауыш бирҙе

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының киске сәғәт 8-гә мәғлүмәттәре шундай.  

Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарында халыҡтың 60% ашыуы һайлауҙа ҡатнашҡан.

Өфөлә иң күп һайлаусылар Дим, Калинин һәм Совет райондарында теркәлгән. Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Салауат ҡалалары халҡы әүҙемлек күрһәткән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортост ан һайлауға килеү күрһәткесе юғары булған төбәктәр иҫәбенә инде.

Автор:
Читайте нас