Яңылыҡтар
19 Сентября , 09:18

“Тауыш биреү - илдең үҫешенә йоғонто яһау”

Махсус хәрби операция ветераны, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариаты хеҙмәткәре Замир Түлебаев һайлауҙа ҡатнашыуҙы илһөйәрлеккә тиңләй.

“Тауыш биреү - илдең үҫешенә йоғонто яһау”“Тауыш биреү - илдең үҫешенә йоғонто яһау”
“Тауыш биреү - илдең үҫешенә йоғонто яһау”

“Тауыш биреү, тимәк, үҙең йәшәгән республиканың, илдең үҫешенә йоғонто яһау”, - ти ул. Йәмәғәте Айгөл Миңдиәр ҡыҙы ла тауыш биреүҙе зарури бурысҡа һанай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә урынлашҡан 1281-се һайлау участкаһына ата-әсәһенә эйәреп килгән көләкәс Регина өсөн иһә был ҡояшлы, сағыу көн упсы байрам төҫлө тойола.  
Түлебаевтарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә береһенән-береһе матур, аҡыллы балалар буй еткерә. Радмир, Зарина һәм Регина ҡаланың 21-се мәктәбендә белем алһа, кескәй Самира балалар баҡсаһына барырға йыйына.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас