

- Халыҡ бик дәррәү. Бигерәк тә йәштәр, ололар әүҙем. Беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар ғына утыҙҙан ашыу, шуларҙың яртыһы тәүге көндә үк килеп тауыш бирҙе. Һәр ҡайһыһын тәбрикләп, иҫтәлеккә үҙенсәлекле ручкалар бүләк иттек. Йәштәрҙең мөһим сәйәси ваҡиғаға яуаплы ҡарауҙары, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреүе, әлбиттә, маҡтаулы. Шулай уҡ атай-әсәйҙәре менән килгән үҫмерҙәрҙең күп булыуы, уларҙың һайлау барышы менән ҡыҙыҡһыныуы ғәжәп итте. Мобиль булмаған һайлаусыларыбыҙ - олпат йәштәгеләр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандар ҙа һайлауҙан ситтә ҡалманы, комиссия ағзалары уларҙың өйөнә барҙы. Дөйөм алғанда, тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә, ығы-зығы юҡ, - ти 1280-се һайлау участкаһы рәйесе Светлана Валерьевна Полина.
Һайлауға ғаилә менән килгәндәр ҙә байтаҡ күренә. Галина һәм Виктор Щербаковтарҙы комиссия ағзалары айырыуса йәнлелек, хуш күңел менән ҡаршы алды. Икеһе лә ихластар, көләкәстәр. Виктор Алексеевич нәфис һүҙ оҫтаһы икән, килеп инеү менән тасуири итеп бер нисә шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Ғүмере буйы ауыр эштәрҙә - завод-комбинаттарҙа бил бөккән, әле булһа ла һөнәрҙәштәрен, эш урынын һағынған сал сәсле уҙамандың йәштәрсә ныҡ баҫып йөрөүе, дәрт-дарманы, ысынлап та хайран ҡалырлыҡ.
- Бөгөн тауыш биреп, беҙ киләсәкте һайлайбыҙ. Шуға ла был бурысҡа яуаплы ҡарау зарур, - ти Щербаковтар бер-береһен йөпләп.
Ишек төбөнән үк йылмайып ҡаршылап торған волонтерҙар - Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының III курс студенттары Аделина Әсләмова менән Илона Әбүталипова иһә һайлаусыларға купондар таратып, “Рәхмәт” акцияһының асылын төшөндөрҙө.