Яңылыҡтар
20 Сентября , 08:52

Балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр

“Беҙ балаларҙы өгөт-нәсихәт менән түгел, үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләйбеҙ”, - ти ҡаланың 1280-се һайлау участкаһына ҡыҙы Зарина менән тауыш бирә килгән пилатес буйынса тренер Азалия Байрас ҡыҙы Динисламова.

Балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәрБалаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр
Балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр

17-се гимназияның V класында уҡыған Зарина һайлау участкаһына, үҙе теләп, өләсәһе теккән ҡупшы милли костюмда килгән. “Уҙған һайлауға ла милли кейемдә барғайны ул. Әйткәндәй, II класта уҡыған улыбыҙ Данис та башҡорт мәҙәниәтен, кейемдәрен ярата, аят-ҡунаҡтарҙа йәһәт кенә милли биҙәкле түбәтәйен эләктереп тә ала”, - ти әсәй кеше эске бер ғорурлыҡ менән.  

Үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ҡыҙҙары Эмилия һәм кескәй Есения менән килгән Елена Ғәйназарова ла һәр йәһәттән балаларына үрнәк. Спорт туризмы менән мауыҡҡан, йүгереү марафондарында ҡатнашҡан шәп ғаиләлә йәнә Арсений исемле улан буй еткерә. Ғаилә башлығы Артур Йәдкәр улы - махсус хәрби операция ветераны, бөгөнгө көндә төбәктең “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы.

- Балаларыбыҙҙы илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү менән бергә бәхетле, һау-сәләмәт, тәүфиҡлы итеп үҫтерергә тырышабыҙ, - ти Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү педагогы, ирекмән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Елена Марат ҡыҙы.       

Балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр
Балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр
Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас