Яңылыҡтар
20 Сентября , 07:32

Боғанаҡтар гелән әүҙем

Боғанаҡ ауылындағы 1311-се һайлау участкаһында халыҡ өсөнсө көндә лә әүҙем һайлай.

Боғанаҡтар гелән әүҙемБоғанаҡтар гелән әүҙем
Боғанаҡтар гелән әүҙем

- Ауыл кешеһе өсөн көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле, шуға ла күптәр иртүк килеп тауыш бирә. Ғаиләләре, бала-сағалары менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Йәштәрҙең, айырыуса быйыл беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәүселәрҙең, әүҙемлеге, яуаплылығы һоҡландыра. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр һайлаусы егет-ҡыҙҙарыбыҙ быйыл - туғыҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһын тәбрикләп, иҫтәлекле бүләк тапшырып торабыҙ. Оло йәштәге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һайлаусыларыбыҙ өйҙән тауыш бирә. Ғөмүмән, һайлау тыныс шарттарҙа үтә, халыҡтың кәйефе яҡшы, көр, - ти һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары Ғәсимә Мөштәбә ҡыҙы Сөләймәнова.

Хаҡлы ялдағы педагогтар Рәйлә Ҡустыбай ҡыҙы Юнысова менән Бибинур Мөхәмәтдин ҡыҙы Нибәрәкова тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәгәндәр. ”Иң мөһиме донъяла тыныслыҡ урынлашһын, мәктәптәр элекке кеүек гөрләп торһон”, - ти хеҙмәт ветерандары.

Шәмбе көн мәктәп алдында ойошторолған көҙгө йәрминкәлә балалар ҙа, ололар ҙа дәррәү ҡатнашҡан. Халыҡ йәй буйы баҡсала тәрбиәләп үҫтергән йәшелсәһен, емеш-еләк ҡайнатмаларын, ҡышҡылыҡҡа ябылған салат-маҙарын, заготовкаларын, ҡамыр ризыҡтарын һатыуға алып сыҡҡан.

Фотола: Люциә Гибаева балалары Тимур һәм Дәриә менән.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас